Бөгөн Октябрь районы хакимиәте төрлө ведомство вәкилдәре менән Сипайлово һәм Нуғай ҡасабаһында рейд үткәрҙе. Комиссия менән БЮТ ижади төркөмө лә сыҡты.
Сипайлово биҫтәһенең Өфө йылғаһы буйындағы һырғалаҡ ғәҙәттә йәйгеһен буш тора. Бөгөн бында комиссия килеү менән тынлыҡ юҡҡа сыҡты. Һырғалаҡты ойоштороу эше боҙҙай шыма ғына бармаған. Комиссия ағзалары белдереүенсә, эшмәкәрлек өсөн һалым түләүҙәре индерелмәгән, участкалағы бина өсөн дә документ юҡ.
Эшҡыуарға объектты урынынан алырға ҡушып күрһәтмә бирелде. Ул һигеҙ көн эсендә башҡарылмаһа, муниципалитет үҙе һүтә һәм эш хаҡын шәхси эшҡыуар түләргә бурыслы.
Юл аша ғына шундай хужаһыҙ сауҙа нөктәһен һүтеү башланған.
Нуғай ҡасабаһында эшләп килгән «Сәләмәтлек асҡысы»на ла был ер участкаһында сауҙа итеүгә бик һалына. Быға тиклем 11 йыл артезиан һыуын һатыу менән шөғөлләнгән киоскты күсерергә тура киләсәк. Тейешле документтарҙы әҙерләгәндән һуң ғына объектты кире урынына ҡуйырға рөхсәт биреләсәк.
Нуғай ҡасабаһында комиссия бөтәһе биш сауҙа нөктәһенә күрһәтмә ҡағыҙҙары ҡалдырҙы. Тимәк, бер аҙнанан улар урынында буш ер участкаһы булырға тейеш. Кире осраҡта баш ҡала объекттарҙы һүтеүҙе үҙе башҡара. Законһыҙ сауҙа менән көрәш - Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының 2022 йылдың 13 октябрендәге ҡарарын үтәү. Кәрәкле документтарһыҙ һәм һалым түләмәй эш алып барыусылар менән бындай эш элек суд аша юллана ине.
Рәмилә Исмәғилева






