Студенттарҙы хеҙмәт урынына әҙерләү өсөн ҡаралған 24 миллион һум ярҙамында вожатый, төҙөүсе, иретеп-йәбештереүсе һәм башҡа эшсе һөнәрҙәргә өйрәнеп каникулда предприятиеларҙа аҡса эшләргә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Иретеп-йәбештереү йүнәлешендә һөнәр үҙләштергән студенттар тәжрибә туплап йәй осорона ҙур предприятиеларҙа эшләргә әҙерләнә. Студенттар отрядында иҫәпләнгән егеттәр бушлай уҡыуҙар үтеп каникулда аҡса эшләй ала. Былтыр Илья июль-август эсендә 110 мең һум хеҙмәт хаҡы алып быйыл да йәйҙе һөҙөмтәле үткәрергә ниәтләй.
Башҡортостан студенттар отрядындағы йәштәргә һөнәри уҡыу үтеү өсөн федераль бюджеттан 24 млн һум аҡса бүленгән. Программа буйынса егеттәр -ҡыҙҙар 25 йүнәлештә һөнәри уҡыуҙар үтеп йәйгелеккә эшкә урынлаша аша.
Студенттар отряды эшмәкәрлеге республикала 2015 йылдан тергеҙелде. Һөнәри уҡыуҙарҙы бушлай үтеп йәйге каникулда аҡса эшләү тәжрибәһе йәштәр араһында ҙур һорау менән файҙалана. Быйыл студенттар отряды аша биш мең кеше йәйгелеккә эшкә урынлашҡан.
Студенттар араһында вожатый, маляр, ашнаҡсы, төҙөүсе, официант, ҡунаҡхана белгестәре кеүек һөнәрҙәргә ихтыяж юғары. Грант ярҙамында улар яңы профессияларҙы үҙләштереп хеҙмәт юлын студент саҡтан уҡ башлап ебәрә ала. Йәйгелеккә эшкә урынлаһшырға теләгән йәштәр уҡыу йортондағы Башҡортостан студенттар отрядына мөрәжәғәт итергә була.
Флорида Ким



