Йыйынтыҡтың икенсе томында 6 дәүләт эшмәкәренең хеҙмәте баҫылған. Ғалимдар төркөмө баҫманы нәшер итеп ғәйәт ҙур эш башҡарған. Дәүләт эшмәкәрҙәренең күпселек ҡулъяҙмалары ғәрәп һәм латин телдәрендә булыу сәбәпле, ғилми хеҙмәткәрҙәргә һүҙлектәр менән эшләргә, республиканың һәм Санкт-Петербург ҡалаһының архивтары һәм фондтарына мөрәжәғәт итергә тура килгән. Йыйынтыҡты сығарыу өсөн Башҡортостан башлығы гранттары фондынан аҡса бүленгән. «Исемдәрҙе тергеҙеү» проекты
Башҡорт республикаһын булдырыу нигеҙендә торған эшмәкәрҙәрҙең ижади мираҫын киң йәмәғәтселек аңына ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.



