Нефтекамала төп канализация насос станцияһын төҙөү һәм биологик таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау эштәре башланды. Объекттар федераль программа буйынса бүленгән аҡсаға төҙөлә.
Ҡала өсөн мөһим проектты ғәмәлгә ашырыуға 3 миллиард ярым һум инфраструктура кредиты хупланған. Әле Нефтекамала төҙөлөш эше башланған, яңы ҡоролмалар киләһе йыл октябрҙә сафҡа инер тип күҙаллана. Таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау 2025 йылда тамамалана.






