Унда Мәскәү ҡалаһы, Һамар һәм Силәбе өлкәләре, Ханты-Мансы автономиялы округынан меңдән ашыу 7-се - 11-се класс уҡыусыһы ҡатнашты. Конкурсанттар араһынан 200-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ юғары күрһәткестәргә эйә булды. Олимпиада Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында ойошторолдо. Мәктәп директоры Булат Зиннуров һөйләй.







