Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы системаһында 11 меңдән ашыу белгес иҫәпләнә. 2 мең кеше халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәктәрендә эшләй. Өфөнөң “Изгелек” үҙәге белгесе Рәмзилә Ғәниева 20 йылдан ашыу ошо өлкәлә. “Беҙ күптәр өсөн ғаилә ағзаһына әйләндек”, - ти ул.
Бөгөн республикала социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған сара уҙғарыла. Ошо һөнәр вәкилдәрен “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бүләкләйҙәр. Тантана ике сәғәттән башлана.







