Президент Владимир Путиндың өҫтәмә социаль ярҙам саралары хаҡында ҡарары донъя күрҙе. Документта билдәләнеүенсә, махсус операцияла ҡатнашып, ҡыйыулыҡ күрһәткән, төрлө наградаларға тәҡдим ителгән һәм Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ирекле батальон яугирҙәре һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре дәүләттән ер алыу хоҡуғына эйә. Ошондай уҡ льгота менән махсус операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары ла файҙалана ала.








