33 метр оҙонлоҡтағы ҡеүәтле бетон-тимер ҡоролмалар яңы юл объектының мөһим өлөшө булып тора. «Көньяҡ ҡапҡа» транспорт проекты төҙөлөшө 2024 йылда тамамланыр тип көтөлә. Төҙөлөш барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы
Пугачев урамы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Бер йыл эсендә ҡалҡып сыҡҡан юл үткәргестең 4 арауығының өсәүһе монтажланған. Әле урында коммуникациялар үткәрелә - газ-һыу үткәргес, элемтә селтәрҙәре, ямғыр һәм хужалыҡ көнкүреш канализациһы һалына. Юлсылар ер ҡатламын асфальт түшәү өсөн әҙерләй.
Юл үткәргестең терәктәренә нигеҙ һалғанда төҙөүселәр карст бушлыҡтарына тап була. Проект схемаларында был мәғлүмәт теркәлмәгән, шуға ҡарамаҫтан белгестәр был мәсьәләне тиҙ арала хәл иткән.
Төҙөлөш объектының дөйөм хаҡы 2,5 миллиард һумдан ашыу. Проект бер нисә этапта төҙөлә. Шуларҙың береһе- Армавир һәм Арыҫлан Мөбәрәков урамдары киҫелешендә төҙөлгән магистраль.
72 метр оҙонлоҡтағы ҡеүәтле бетон-тимер ҡоролмалар яңы юл объектының мөһим өлөшө булып тора. Әле бында урҙалар һуҙыла
Төҙөлөш барышында дөйөм проект схемаһынан тайпылыштар булырға тейеш түгел, тәү сиратта кеше ғүмерҙәре хәүефһеҙлеге өсөн. Федераль төҙөлөш контроле үҙәге һәр аҙымды ҡәтғи күҙәтә.
Был трассаны һалыу өсөн яҡын-тирәләге шәхси йорттарҙы һүтергә тура килгән. 198 күсемһеҙ милек объектының хужалары менән килешеү төҙөлгән. Көньяҡҡа иркен ҡапҡалар тулыһынса 2024 йылда асылыр тип көтөлә.
Лилиә Мәҡсүтова






