Башҡорт дәүләт медицина университетында яңы кафедра барлыҡҡа киләсәк

Юғары уҡыу йорто бөгөн Рәсәйҙең иң ҙур фармацевтика компанияларының береһе - «Фармстандарт» менән Сәнәғәт фармацияһы кафедраһын асыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уның нигеҙендә университетта препараттар етештереүсе предприятие өсөн белгестәр әҙерләү, медицина университеты студенттарына завод биләмәһендә практика үтеү мөмкинлеге булдырыла. «Фармстандарт» компанияһы республикала 1941 йылдан бирле эшләй, унда төрлө фармакотерапевтик төркөмдәрҙәге дарыуҙар етештерелә

Был кафедраның асылыуы беҙҙең предприятиела кадрҙар ҡытлығын хәл итәсәк тип уйлайым. Юғары белемле белгестәр һәр ваҡыт кәрәк, йыл һайын юғары сифатлы препараттар әҙерләү өсөн 10-дан ашыу белгес талап ителә.

Наил Низаметдинов, «Фармстандарт-Өфө витамин заводы» компанияһы генераль директоры

Бөгөн беҙ яңы кафедра һәм яңы Сәнәғәт фармацияһы һөнәрен булдырҙыҡ, ул инженер, фармацевт, фармаколог, сәнәғәт фармацевтарын ғына әҙерләп ҡалмай, шулай уҡ юғары уҡыу йорто лабораторияһы менән берлектә яңы препараттар әҙерләү, тикшереү менән дә шөғөлләнәсәк. Беҙҙең маҡсат - импортты алмаштырыуҙың тулы циклына сығыу.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ