Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге күп фатирлы йортта йәшәүселәр ҡыйыҡтан аҡҡан һыуға ҡаршы көрәшә

Гагарин урамында 1991 йылда сафҡа ингән йорттоң стеналары ямғыр яуған һайын зыян күрә. Һыу баҫыуҙан ҡыйыҡҡа ҡуйылған өҫтәмә конструкциялар ҙа ҡотҡара алмай. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Стенанан шарлауыҡ булып аҡҡан һыу һәм үңәҙле “биҙәктәр”. Гагарин урамы 22 кәсер 1 йорт адресы буйынса йәшәүселәр ямғыр яуған һайын ошондай күренешкә шаһит булырға мәжбүр. 12-се ҡаттан 6-сыға тиклем һыу баҫа, ти п зарлана йортта йәшәүселәр.

Мәсьәләне хәл итеү өсөн өс йыл элек идарасы компания ҡыйыҡҡа металл конструкция ҡора. Ул стеналарҙы ямғырҙан һаҡларға тейеш була. Ләкин милек хужалары билдәләүенсә, система файҙаһыҙ булып сыға. Былтыр металл конструкцияға һыу ағыҙыусы торба ялғана. Тик был да ваҡыт һәм сығымдарҙы бушҡа әрәм итеү генә була.

Мәсьәләне хәл итер өсөн ниндәй генә ишектәрҙе шаҡымайбыҙ. Металл конструкцияһын алып, еренә еткереп эшләһендәр ине ул. Мин 7-се ҡатта йәшәйем, ямғыр яуһа беҙҙгә тиклем һыу үтә.

Наталья Колачева, Ю. Гагарин урамы 22/1 йорт адресы буйынса йәшәүсе

Милекселәр идарасы компаниянан һыу ағыҙыусы торба менән металл констркцияны һүтеп алыуҙы һорай.

Системаны тулыһынса һүтеп, ҡыйыҡҡа гидроизоляция йәйеү - мәсьәләне хәл итәсәк. Был эште башҡарыу өсөн 186 мең һум аҡса талап ителә. Смета төҙөлгән.Ләкин идарасы компанияның аҡсаһы юҡ.

Александр Поставалов, Өфөнөң Октябрь районы «Сипайловский» торлаҡ хужалығы идаралығы башҡарма директоры

Фатир милекселәре прокуратураға ебәргән мөрәжәғәттән яуап көткән арала идарасы компания смета төҙөп, былтыр башҡарылған эштең акттарын күрһәтә. Ләкин яҙылған ҡағыҙҙар менән генә ҡыйыҡты ремонтлап булмай.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ