Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Илеш, Балтас һәм Дүртөйлө хужалыҡтары планды тулыһынса үтәгән. Иң ҙур эштәр иген баҫыуҙарында ҡаралған, 1 миллион 200 мең гектарҙы эшкәртергә кәрәк. Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарында ла химик утау бара. Сәселгәндең 29 проценты тәртипкә килтерелгән.




