Бөтә Рәсәй акцияһы Өфөлә ике көн дауамында бара. Ул бөгөн «Торатау» Конгресс-холында башлана. Сарала һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн алдан теркәлергә кәрәк. Хәйриә проекты барышында ҡатындар һәм балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, төрлө белгестәр менән осрашыуҙар һәм консультациялар, лекциялар ойошторола. БСТ телеканалында төрлө майҙансыҡтарҙан тура тапшырыу үткәрелә. Сара Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.






