Советтар Союзы Герой Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге ирекле батальон хәрби әҙерлек урынына юлланды. Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында яугирҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Хәбәрсебеҙ Зөһрә Арсаева репортажы.







