Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге яғыулыҡ майлау материалдары складында сыҡҡан янғын торлаҡ секторына хәүеф менән янамай. Был турала Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
Әле янғын һүндереүселәр уттың артабан башҡа цистерналарға таралыуына иҫкәртеү өсөн көрәш алып бара. Өфөнөң Бәләкәй Силикатная урамындағы складта янғын киске унынса биш минуттар тирәһендә теркәлде. Уны һүндереүгә 17 берәмек техника, шул иҫәптән махсус поезд һәм катер йәлеп ителде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғында бер кеше йәрәхәтләнгән. Ул дауаханаға оҙатылған.




