Башҡортостан - ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе. Бөгөн Өфөлә Каринэ Хәбирова башланғысы менән 2019 йылда старт алған Хәйриә проектының ике көнлөк форумы башланды. Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған сара сиктәрендә гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект менән тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй академияһына йыйылған гүзәл заттарҙы тормошҡа һөйөү менән тулы күңел ҡылдары берләштерә. Проект авторы Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, күләмле сара йәмғиәткә файҙа килтереү, гүзәл заттарҙы берләштереү маҡсаты менән тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында ҡатнашып, күләмле проекттың республика өсөн мөһимлеген билдәләне.
Шулай уҡ төбәк үҫешенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә тос өлөш индергән гүзәл заттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Радий Хәбиров форумдың «Геройҙар ваҡыты» түңәрәк өҫтәлендә лә ҡатнашты. Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары барланды. Был йүнәлештә яуаплы бурыстар «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалына йөкмәтелгән.
Майҙансыҡта күргәҙмә лә ойошторолғайны. Унда хәрбиҙәргә күрһәтелгән гуманитар ярҙам менән танышырға мөмкин ине. Экспозицияға мәктәп уҡыусыларының хаттары ла ҡуйылды.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» форумы сиктәрендә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» проекты тураһында ла эшлекле әңгәмә ҡоролдо. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, уңайлы мөхит булдырыу буйынса саралар планы билдәләнде.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы Рәсәй кимәлендә билдәле эксперттар, спикерҙарҙы бер урында йыйҙы. Программаға ярашлы - ҡыҙыҡлы мәғариф лекциялары, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар уҙғарылды. Һәр биләмә телдән генә мәғлүмәт биреү менән сикләнмәй, практик әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Күләмле сара сиктәрендә китап йәрминкәһе, халыҡ кәсептәре өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолдо. Радий Хәбиров оҫталар менән осрашып, дәүләт ярҙамы менән әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы. Быйыл ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 11 миллион һум йүнәлтелә.
Гөлназ Хәйбуллина






