«Башҡортостандың көслө идеялары» йәмәғәт башланғыстары форумына йомғаҡ яһалды

Республиканың әүҙем йәштәре сараға 2 меңдән ашыу ғариза тапшырған. Рәсәйҙә өсөнсө тапҡыр үткәрелгән форумда Башҡортостан беренсегә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, тәҡдим ителгән идеялар һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Төбәктең еңеүсе проекттар авторҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова аралашты.

Балаларҙы телефон йә копьютер уйындарында йыш ултырған өсөн шелтәләйҙәр. Был ғәҙәттән файҙа алыу өсөн Башҡортостан белгестәре милли киберфизик платформа уйлап сығарған. Проект балаларҙы мобиль уйындар аша техник ижадҡа һәм технологик белем биреүгә йәлеп итесәк. Яңы уйын менән бөгөн буласаҡ инженерҙар, програмистар республика башлығы Радий Хәбировты таныштырҙы.

Уйындар йәштәр мәҙәниәтенә тәрән үтеп ингән, шуға күрә ололар уларҙы балалар үҫеше өсөн ҡулайлаштырырға бурыслы. Тап ошондай уйындар программалар яҙыу, инженеринг өсөн ҡулланыла

Дмитрий Земцов, Юғары иҡтисад мәктәбе проректоры

Рәсәйҙең «Яңы заман өсөн Көслө идеялар» форумында республика тәҡдим ителгән идеялар һаны буйынса беренселәр рәтендә. Күргәҙмәлә сифатлы башҡорт балын халыҡ-ара йыһан станцияһына әҙерләүсе йүнселдәрҙән алып мәғлүмәтте ДНК күҙәнәктәрендә һаҡлау идеяһын тәҡдимитеүсе ғалимдарҙы ла күрергә мөмкин. Иң сағыу мөйөштәрҙең береһе - һабантуй майҙаны.

«Көслө идеялар» форумының төбәк этабын йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәрҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Бәйгегә тәҡдим ителгән проекттарҙың күбеһе социаль йүнәлешле . Милли технологиялар өлкәһендә еңеүселәр , мәғлүмәтте кешенең ДНК күҙәнәктәрендә һаҡларға тәҡдим итеүсе ғалимдар төркөмө.

Һәр төбәктән жюри биш бренд-еңеүсене һайланы, алдынғы проект авторҙары Мәскәүҙә үтәсәк финалда Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Еңеүселәр үҙҙәренең тауарҙарын сауҙа селтәрҙәрендә, маркетплейстарҙа, яңы медиа һәм телевидиниела таныта ала.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ