Баймаҡ районында намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙы асыҡлау буйынса рейд үтте

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты быйыл тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоуҙың 64 осрағы асыҡланған. Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, шулай уҡ Сибай һәм Баймаҡ ҡалаһы ингән биләмәгә эшсе төркөм йыш рейдтарға сыға. Урындағы халыҡ ярҙамы ла булышлыҡ итә. Йыл башынан ғына мәҫәлән, 139 сара уҙғарылған. Сираттағы рейд барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Үҙен биләмә һаҡсыһы итеп таныштырған ир ойошманың ике йыл эшләмәүен белдерҙе. Уның фекеренсә бөгөн алтын йыуыуҙа тотолған ҡоролмалар һүтеп, күсереп алынасаҡ. Был Күсей ауылы эргәһендәге «Графское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт алып барған биләмә. Уларҙың лицензияһы ер аҫты байлыҡтары менән намыҫһыҙ файҙаланыуға бәйле ғәмәлдән сығарыла. Эш туҡталыуына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ, яуаплы органдар тарафынан контролдә ҡала. Шул иҫәптән, Урал аръяғында файҙалы ҡаҙылмалар менән шөғөллөнгән башҡа участкалар ҙа.

Лицензиялар республика һәм федераль кимәлдә бирелгән. Алтын йыйыусы ойошманан тыш, урында төҙөлөш таштарын сығарыуҙы яйға һалған компания ла бар. Уның эше ваҡытлыса былтыр туҡтатылған.

«2022 йылда приостановка булһа ла был предприятиеның эшләгәнең беҙ тоттоҡ. Һәм 300 мең улар яуаплыҡҡа тарттырылды».

Вадим Бастанов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе

Ошо маҡсатта урындағы халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Әлеге көндә Күсәй, Басай һәм Иҫәнбәт ауылдарының һәр береһендә инициатив төркөм төҙөлгән. Улар тап файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыу менән шөғөлләнгән компания эшмәкәрлегенә күҙәтеү алып бара.

«Тап уларҙың күҙәтеүе һөҙөмтәһендә инде сик боҙоуҙар асыҡланды. Һәм бөгөнгө көндә район буйынса недропользователдәрҙең эшен күҙәтеү буйынса комиссия төҙөлә».

Мөхәмәт Әбсәләмов, Күсей ауылы биләмәһе башлығы

Был эште тағы ла яйға һалыр тигән өмөттә ҡала төбәк халҡы. «Графское» һәм «Весна» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең эштәре әле судҡа барып еткән. Быға тәбиғәткә килтергән зыян күләме генә түгел, мәҙәни-тарихи экспертизаларҙы һанға һуҡмауҙары ла сәбәпсе булып тора.

«Злостный нарушитель булып был территорияла «Графское» һәм «Весна» ойошмалары тора. Улар беҙҙең контролдә ҡала. «Весна»ны ғына алып ҡарағанда, минең белемсәү ущерб 5 миллиард ярым һум тәшкил итә».

Вадим Бастанов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мибай территориаль комитеты рәйесе
Выборы 2026

Әйткәндәй, Урал аръяғында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу экология министрлығына ҡараған ике территориаль комитет эшләй. Береһе Сибайҙа урынлашһа, икенсеһе Белоретта. Белорет ҡалаһындағы эшсе төркөм быйыл мәҫәлән, тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоуҙың 56 осрағы асыҡланған. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары менән эш иткән ойошмаларҙың эшенә бәйле һорауҙар менән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Телефон һандары һәм территориаль комитеттың адресы:Белорет ҡ. Точисский урамы, 23. тел.: 8 (34792) 3-42-59; Сибай ҡ. Ленин урамы, 38. тел.: 8 (34775) 2-86-01

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ