«Башкиравтодор» ойошмаһының биш меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәре өмәгә сыҡты

Юлдарҙы һеперҙе, трасса сите кәртәләрен, туҡталыштарҙы буяны. Төркөмдә тик юлсылар ғына түгел. Предприятие етәкселеге сараны даими уҙғармаҡсы. Эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.

Алыҫтан өмәселәр төркөмө бал ҡорто күсен хәтерләтә. Аҙым артынан аҙым, һыҙат артынан һыҙат - нәҙекәйбилдәрҙәй уңған хеҙмәткәрҙәр юл сите кәртәһен һә тигәнсе буяп та ҡуя.

Республикала көн дә юлдарҙы төҙөкләндереү менән 800-ләп «Башкиравтодор» хеҙмәткәре шөғөлләнә. Тик бөтә бордюр һәм юл билдәләрен буяу өсөн был ҡулдар етмәй. Юлсыларға ярҙамға ойошманың бөтә бүлек хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан. Бында инженерҙар ҙа, иҡтисадсылар ҙа, бухгалтерҙар ҙа бар. Кисә кабинетта ултырған эшселәр бөгөн ҡулына ручка урынына бумала алды. Эш музыка оҙатыуында тиҙерәк тә, күңеллерәк тә бара.

«Башкиравтодор» компанияһы 24 мең саҡрымдан ашыу юлдарҙы хеҙмәтләндерә. Ул муниципаль һәм республика балансында иҫәпләнгән төбәк-ара юлдарҙы үҙ эсенә ала. Меңдәрсә күпер һәм һыу үткәргестәр ҙә уларҙың яуаплылығында. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә объекттарҙы ла тәртипкә килтереү - ябай эш түгел.

Бөтә хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығындағы өмәләр июнь дауамында ҡабатланасаҡ. Эш күп.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ