Башҡортостанда инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһының презентацияһы үтте

Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшеваның сәфәре сиктәрендә Башҡортостанда инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһының презентацияһы үтте. Фекер алышыуҙа төбәк башлығы Радий Хәбиров, шулай уҡ тармаҡ ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.Республикала инвесторҙарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү араһында йылдам үҫеш биләмәләре, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, индустриаль һәм технопарктар, шулай уҡ республика башлығы инициативаһы буйынса булдырылған «Инвестиция сәғәттәре» һөҙөмтәле майҙансығы бар.

Төбәктә «Инвестиция сәғәте» нең 130 ултырышы үткәрелгән. 500-гә яҡын проект ҡаралған. Инвестициялар күләме 1 триллион һумдан ашып китә. 80 меңдән ашыу эш урыны булдырыу күҙаллана. Мәҫәлән, һуңғы дүрт йылда инвестициялар күләме 40 проценттан ашыуға артҡан. Бында республика Волга буйы федераль округында беренсе.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ