Награда үҙ геройын тапты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Романов «Прохоровка алышының 80 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнде. Белгород өлкәһе булдырған награда яҡташыбыҙға Ауырғазы районы һабантуйында тапшырылды. Халыҡ байрамы Талбазы ауылы эргәһендәге майҙанда үтте. Үҙенсәлекле һәм зауыҡлы биләмә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Милләттәр дуҫлығын сағылдырыусы хеҙмәт туйына БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.
Милли ихаталар һабан байрамының айырылғыһыҙ өлөшө. Шуға ла Ауырғазылар төбәктә йәшәгән һәр милләттең мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтергә тырышҡан. Ауыл биләмәләре тирмә ҡороуға, уларҙы биҙәүгә һәм ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән ҡаршы алыуға бик етди әҙерләнгән.
Урындағы халыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам күрһәтә. Айырыуса гуманитар ылау оҙатыу буйынса ауырғазылар республикала алдынғы урында. Бөгөн дә һабантуйға килгән һәр кешегә маскировкалау селтәре үреү мөмкинлеге бирелде. Был эш райондың барлыҡ ауылдарында ла әүҙем ойошторолған.
Бөгөн районда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 3 кенә ветеран ҡалған. Шуларҙың береһе - Владимир Романовты урындағы халыҡ тере легенда тип атай. Ул Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн совет яугирына бөгөн Белгород өлкәһенең иҫтәлекле миҙалы тапшырылды.
Районда сәсеү кампанияһы уңышлы тамамланған. Хужалыҡтар 62 мең гектарҙа ярауай культуралар сәскән. Әле химик утауҙың беренсе этабы үткәрелә, малсылар тырышып эшләүен дауам итә. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғылары лайыҡлы наградалар менән бүләкләнде.
Ауырғазы халҡы эшләй ҙә, ял да итә белә. Бөгөн дә һабантуйҙа ҡатнашыусылар үҙешмәкәр сәнғәттә һәм спортта үҙ маһирлыҡтарын күрһәтте. Ат сабыштары, милли көрәш, гер күтәреү кеүек ярыштар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Һабантуй һуңғы ваҡытта милли сиктәрҙе үтте. Хәҙер ул хеҙмәт һәм күңел асыу сараһы ғына түгел, халыҡтар дуҫлығы байрамы ла булып тора. Һәм уның спиртлы эсемлектәрһеҙ үтеүе лә ҡот һәм йәм өҫтәй.
Илдар Байбулатов






