Мал аҙығын туплау бөгөн республиканың 24 район хужалығында бара. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, күп йыллыҡ үләндәр 17 мең гектар майҙанда сабылған, йәмғеһе 684 тонна бесән йыйылған. Эш айырыуса Ауырғазы, Илеш һәм Ҡалтасы райондарында йылдам бара. Ауыл эшсәндәре алдына мал башына 28-30 центнер самаһы аҙыҡ әҙерләү бурысы ҡуйылған.






