Аҡъярҙа Ҡәҙим Аралбаевтың ижадына арналған «Тыуған төйәккә тоғролоҡ» тип исемләнгән әҙәби кисә үтте

Аҡъяр район үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың ижадына арналған «Тыуған төйәккә тоғролоҡ» тип исемләнгән әҙәби кисә үтте. Хәйбулла районында тыуып үҫкән билдәле ҡәләм оҫтаһы менән осрашыуға яташтары, яҡындары һәм шиғриәтте яратыусылар йыйылды. Сарала Ҡәҙим Аралбаевтың ижадына байҡау яһалды, шиғырҙары яңғыраны. Халыҡ шағирының ата-әсәй, тыуған төйәк, тәбиғәт, илһөйәрлек тураһында яҙған поэмалары иғтибар үҙәгендә булды.

Әҙәбиәт кисәһендә районда йәшәүсе һәүәҫкәр шағирҙар ҙа сығыш яһаны. Ҡәләм тирбәтеүселәргә Ҡәҙим Аралбаев китаптар бүләк итеп, фәһемле кәңәштәре менән уртаҡлашты. Осрашыу аҙағында әҙәби викторина ойошторолдо.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ