Салауат районында «Салауат йыйыны» үтте

Шағир-импровизатор, хәрби етәксе, үҙ дәүеренең зыялы шәхесе Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә. Млли батырыбыҙҙың 269 йыллығына арналған «Салауат йыйыны» сиктәрендә һабантуй байрамы батырҙың тыуған ерендә киң ҡолас менән ойошторолдо. Милли рух, хеҙмәт, дуҫлыҡ, илһөйәрлек байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Салауат Юлаев яҡташтары тарихи үткәндәрҙе онотмай. Милли батыр образын сәхнәләрҙә күрһәтә. Лидер,оҫта ойоштороусы, һәләтле поководецтың тыуған ерҙәре өсөн көрәше хәтирәһен быуындан-быуынға күсерә. Башҡоритостан сәнғәт әһелдәре бер майҙанда халыҡҡа милли батырыбыҙға арналған йыр-бейеү менән байытылған сағыу тамаша тәҡдим итте.

Салауат Юлаев Вариҫтары дөйөм йортобоҙ -Рәсәй үҫеше өсөн тос өлөш индерә. Алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә һабантуй байрамы байрағын күтәреү бурысы йөкмәтелде. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары оҙатыуында байрамдың рәсми өлөшө башланды. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡулынан тиҫтәләгән алдынғылар маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар алды.

Һәләтле йәштәр «Беҙ - Салауат тоҡомо» республика конкурсында ҡатнашты. Сәхнәгә күтәрелеп йыр-моңға маһирлығын күрһәтте.

Һабантуй сәхнәһендә «Ялҡын» вокал конкурсында 18 -45 йәшкә тиклем олоһо-кесеһе майҙан тотто. Һынлы һәм биҙәү сәнғәте менән шөғөлләнеүселәр Салауат батырға арналған «Оран» республика конкурсында иң яҡшы сувенир продукцияһын тәҡдим итте.

Хеҙмәт алдынғыларын яҡташтары Башҡортостан республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов тәбрикләне. Илебеҙ өсөн һынылышлы осорҙа берҙәмлек һәм рух ныҡлығы теләне.

Йәш быуынды тәрбиәләүсе уҡытыусыларға спорт еңеүҙәренә йәлеп итеүсе тренерҙарға, алдынғы хакимиәт белгестәренә тырыш хеҙмәттәре өсөн маҡтаулы исемдәр, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырылды.

Республика ҡала һәм райондарынан килеүселәр милли батырыбыҙға арналған милли көрәш ярышында бил һанашты.

Рөстәм Хөснуллин Салауат районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе. Махсус хәрби операциялағы егеттәргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа, гуманитар конвой ойоштороуҙа ҡатнаша.

Район ирекмәндәре лә байрам сараларында әүҙем ҡатнаша, һабантуйға йыйылған халыҡҡа дөрөҫ итеп маскировка селтәрен йыйырға өйрәтә.

Флүзә Саҙрыева хаҡлы ялдағы уҡытыусы хәрбиҙәр именлеге өсөн тыныс тормошта каскаларға селтәр тыш бәйләй. Махсус хәрби операциялағы улы һәм яугирҙарҙың тыуған илебеҙгә имен-һау Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләй.

Быуаттар төпкөләнән килгән һабантуй Салауат районы халҡы өсөн ул ғаилә, илһөйәрлек, берҙәмлек байрамы. Ат сабыштары, һырғауылға үрмәләү, көрәш кеүек милли спорт төрҙәре аша тамашасы рух күтәреңкелеге һәм сағыу тәьҫораттар алды.

«Салауат йыйыны» сиктәрендәге халыҡ байрамы уңған, тырыш, һәләтлеләрҙе бер майҙанға йыйҙы. Олоһо-кесеһе баҫыуҙа мул уңыш үҫһен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙ имен-һау тыуған илебеҙгә әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә таралды бөгөнгө барамдан.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ