Башҡортостанда был тармаҡта 5 меңдән ашыу кеше эшләй, 300-гә яҡын предприятие бар. Быйыл беренсе кварталда Башҡортостан еңел сәнәғәт предприятиелары 3 миллиард 800 миллион һумлыҡ продукция етештергән, был уҙған йылдың ошо осорондағынан 400 миллион һумға күберәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы. - Еңел сәнәғәт өсөн мөмкинлектәр мәле етте. Көнбайыштың күп брендтары Рәсәй баҙарынан китте, ошоноң менән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Беҙ һәр яҡлап ярҙам итербеҙ, - тип яҙа ул социаль селтәрҙә.







