Баймаҡ районында һабантуй үтте

Граф буйы күңелле йыр - моң, уйын тауышынан гөрләп торҙо. Баймаҡ ерлеге ҡунаҡтарҙы һабан туйына йыйҙы. Ентекләберәк, киләһе видеояҙмала.

Тирмәләр - һабантуй йәме. Быйыл биш ауыл биләмәһе тирмәләр ҡороп халҡыбыҙҙың көнкүрешен сағылдырҙы, ҡул эштәренә, милли ризыҡтарына күргәҙмә ойошторҙо. Унда шулай уҡ «Уҡытыусы һәм остаз йылы»на, махсус хәрби операцияға арналған мөйөштәр булдырылды.

Һабантуй байрамы баҫыу эштәре тамамланғас ойошторола. Ялан батырҙарына, ер кешеһенә дан йырлау сараһы ул. Был юлы ла йыл дауамында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде улар үҙ наградаларын алып ҡыуанды.

Шайморатовсылар, хәрби бәрелештәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары активистары, педагогтар һәм укыу алдынғылары спотртсылар. Улар барыһы ла һабантуй парадын биҙәне.

Ат сабышы, мәргән уҡсы, бағанаға үрмәләү. Милли уйындарҙа ҡатнашып,үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр бихисап булды.

Һабантуй - яҡташтарҙың, туғандарҙың осрашыу урыны. Дуҫлык һәм хеҙмәттәшлек өлгөһө булып баймак һабантуйында Илеш районы һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре лә ҡатнашты.

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ