Бөгөн - Рәсәй көнө. Был байрамдың хәҙер 33 йыллыҡ тарихы бар.Бөгөн байрам көнөндә Республика Башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ Монументына сәскә һалды. Был монумент Башҡортостан үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуҙың 400 йыллығы уңайынан урынлаштырылған. 1974 йылда уға дәүләт әһәмиәтендәге һәйкәл статусы бирелде. Борон был урында Өфө кремле урынлашҡан булған. Ул тулыһынса янып юҡҡа сыҡҡан. Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленә лә сәскә һалды. Бөгөн Башҡортостандың милли геройы тыуыуына 269 йыл. Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда асылған. Рәсәйҙәге һәм Көнсығыш Европалағы иң ҙур һыбайлы һәйкәл скульптор Сосланбәк Тавасиев проекты буйынса булдырылған.








