Дәүләт Башлығы Радий Хәбировҡа ебәргән ҡотлау телеграммаһында: «Һеҙҙе ысын күңелдән Рәсәй көнө менән ҡотлайым. Беҙҙең ил элек-электән Ватанға тиңһеҙ ышаныс, халыҡтар берҙәмлеге, илһөйәрлек традициялары менән көслө булды. Был ҡаҡшамаҫ ҡиммәттәр, ата- бабаларыбыҙҙың хеҙмәт һәм яу ҡырындағы ҡаһарманлығы беҙгә рухи йүнәлеш бирә, изгелек һәм ғәҙеллек хаҡына һөйөклө илебеҙ өсөн юғары ҡаҙаныштарға әйҙәй. Һеҙгә уңыштар һәм бары тик изгелектәр теләйем!», тиелә Рәсәй Президентының ҡотлауында.




