Өфөлә Рәсәй, баш ҡала һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам саралары «Дуҫлыҡ Монументы» эргәһендә башланды.
Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация һәйкәлгә сәскә һалды. «Дуҫлыҡ Монументы» баш ҡаланың ғына түгел, тотош республиканың йөҙөн билдәләүсе тарихи объекттарҙың береһе. Уға нигеҙ 1957 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы һалына. Мемориал күптән республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының татыулыҡ, дуҫлыҡ символына әүерелгән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бөгөн Салауат Юлаевтың һәйкәленә лә сәскә һалды. Европалағы иң ҙур һыбайлы статуяһы Ағиҙелдең текә ярында 1967 йылда асыла. Һәйкәлдең скульпторы Сосланбәк Тавасиев. Башҡортостан халҡы милли геройыбыҙҙың исемен ҡәҙерләп һаҡлай, батыр исемен ҡала, район, урамдар, хоккей клубы йөрөтә. Махсус хәрби операция башланғандан һуң Башҡортостан егеттәре Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонға тупланып алғы һыҙыҡҡа юлланды.






