Өфө халҡы Рәсәй, баш ҡала һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөн күләмле саралар менән билдәләне

Авиашоу, һыу судноларының парады һәм иң ҙур өсбосмаҡ. Өфө халҡы Рәсәй, баш ҡала һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн күләмле саралар менән билдәләне. Өфөнөң һәр майҙанында ла өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла мауыҡтырғыс программа тәҡдим ителде. Байрам сараларына Башҡортостан Башлығы ла тамаша ҡылды. Иң сағыу һәм иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөгә нигеҙ һалынған тарихи урындарҙа бөгөн байрам саралары гөрләй. Зәңгәр киңлектәрҙе пилотаж төркөмөнөң сығышы биҙәй, ә һыу буйлап суднолар парады үтә.

Яр буйындағы майҙансыҡтарҙа күрһәтмә сығыштар, оҫталыҡ дәрестәре, турнирҙар менән спорт фестивале ойошторолған. Келәмдә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа таһыллығын һынай ала.

Өфөнөң тарихи үҙәге бөгөн тотош ҡаланың сағылышына әүерелгән. Майҙанда ете район да үҙ күргәҙмәһен әҙерләгән, бында етештереү предприятиеларының күргәҙмәһен дә, кәсепселәрҙең ҡул эштәрен дә күрергә мөмкин. Мәҫәлән, Дим районы алғы һыҙыҡтағылар өсөн пилотһыҙ осоу аппаратары тәҡдим итә.

Ирекмәндәр иһә махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙ өсөн селтәрҙәр үргән. Яу яланында дрондар һөжүменән һаҡланыу өсөн. Селтәргә ихтыяж ҙур, ти Тәнзилә Ғәлиуллина.

Зауыҡлы, үҙенсәлекле ҡул эштәре һәр күргәҙмәнең биҙәге. Был юлы иғтибарҙы ағастан эшләнгән һындар йәлеп итә. Оҫталарҙың төп тематикаһы Өфөнөң оло юбилейы.

Майҙанда янғын һүндереү техникаһы ла, ретро автомобилдәр ҙә ҡуйылған. Һәр экспозиция янында тарихи мәғлүмәттәр менән танышырға ла, иҫтәлеккә фото төшөргә лә мөмкин.

Байрамдың төп биҙәге иһә иң ҙур өсбомаҡты бешереү. Милли ризыҡ өсөн 40 килограммдан ашыу ҡамыр, 30 килограммға яҡын эслек тотонолған.

Тарих. Бөгөнгө заман. Киләсәк. Күргәҙмә майҙансыҡтары бай үткәнебеҙҙә лә, бөгөнгө тормошобоҙҙо ла, ышаныслы киләсәгебеҙҙе лә үҙ эсенә ала. Йәғни, быуындар күсәгилешлеге сағыла. Илһөйәрлек рухы, ватансылыҡ тойғоһо ошондай саралар аша һалына. Беҙҙең киләсәк ошо байрамдың уртаһында ҡайнаған йәки ғорурланып тамаша ҡылған балалар ҡулында.

Ғәҙәттәгесә, 12 июнь, Башҡортостан халҡы бер юлы өс байрамды билдәләгән көндә, республиканың һәр төбәгендә лә йыл һайын күләмле, бай йөкмәткеле саралар ойошторола. Әммә быйыл бар программаның үҙәгендә алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам, милләт-ара татыулыҡҡа арналған экспозициялар ҡуйылған. Сөнки әлеге шарттарҙа һәр беребеҙ берҙәмлектең көсөн яҡшы аңлай.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ