Иңгә-иң терәп. БЮТ ижади төркөмө Донецк халыҡ республикаһында Горловка йүнәлешендә Александр Доставалов батальоны 4-се ротаһы янында алғы һыҙыҡта булды. Артемовск фалангаһында яҡташтарыбыҙ Украина хәрби көстәренә ҡаршы оборона тота. Һалдаттарҙың көндәлек хәрби юлы хаҡында киләһе яҙмала.
Беҙҙең ижади төркөм Доставалов исемендәге батальон яугирҙары менән һалдаттарыбыҙ ныҡлы оборона тотҡан алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Артеллерия дуэлы бер минутҡа ла тынмай, беҙҙең фалангаға атылған снарядтарға шунда уҡ яуап ебәрелә. Хәл үтә лә көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, позицияларҙағы ир-егеттәр үҙҙәрен ышаныслы тота. Бер ниндәй ҙә паника юҡ, бөтә рота берҙәм эшләй. Пехотаға артиллерия һәм авиация ярҙамға килә.
Доставаловсылар, Шайморатов батальоны кеүек Рәсәйҙең бөтә яңы төбәктәрендә лә хәрби юл үткән. Бигерәк тә Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә ауыр бәреләштәр булған. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп алға ҡуйылған хәрби бурысты үтәгән. Әлеге ваҡытта улар Донецк халыҡ республикаһының Горловка йүнәлешен обороналай.
Әлеге ваҡытта егеттәр ныҡлы оборона тота, миномет атышы бара. Украина хәрби көстәре беҙҙең артиллерия позицияларын асыҡларға тырыша, әммә уңышһыҙ. Беҙҙең һалдаттарҙың хәрби рухы көслө, кәйефтәре күтәреңке. Ил һаҡсылары тиҙҙән дошманды еңеп, Башҡортостанға ҡайтыуға ышаныстары көслө. Алғы һыҙыҡта ла һалдаттар тыуған республика ярҙамын ныҡлы тоя. Уларға даими гуманитар ярҙам менән бергә посылкалар һәм мәктәп уҡыусылары яҙған йылы йөкмәткеле хаттар тапшырыла.
Доставалов батальоны махсус хәрби операция биләмәһендә йылдан ашыу.. Ошо осорҙа хәрби коллектив дошманға ҡаршы торорҙай, яуҙаштарына ҡалҡан булырҙай ҙур көскә эйә булған. Был беҙҙең төп асылыбыҙ, ти рота командиры. Украина хәрби көстәренең һөжүмен ҡайтарырға улар һәр ваҡыт әҙер.
Беҙҙең хәрбиҙәр миномет атакаһы, көбәкле артиллерия, көнбайыш артиллерия үрнәктәре һөжүменә лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтергә күнеккән. Тик был ҡоралдарға яңылары өҫтәлгән. Беҙҙең тарафҡа парашют ярҙамында снаряд ташлайҙар, улар ергә 50 метр ҡала меңәрләгән тар-мар итеүсе элементтарға тарҡалып шартлай. Бындай ҡорал менән неонацистарҙы Израиль тәьмин итә.Әммә ниндәй генә шарттарҙа ла Доставаловсылар хәрби уяулығын һәм рух ныҡлығын юғалтмай, берҙәм һәм көслө булып ҡала.
Гүзәл Борханова, Азат Саҙрыев






