«Рәсәй менән тыуғандар» патриотик фестивален быйыл Башҡортостандың милли симфоник оркестры башлап ебәрҙе. Йыл һайын уҙғарылған күләмле музыка байрамының тәүге концерты Мәскәү консерваторияһында үтте. Фестиваль илдең төп байрамдарының береһе - Рәсәй көнөнә арналды.
Республиканың милли оркестры Рәсәйҙең мәҙәни асылын, илдең төп байлығы - күп милләтле халҡын сағылдырған әҫәрҙәр һайлаған. Тамашасыларға шулай уҡ «Урал батыр» симфоник картинаһы тәҡдим ителде. Баш дирижер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков уны композитор Хөсәйен Әхмәтовтың музыкаһы фрагменттарына таянып ижад иткән. Мәскәү тамашасыһына ул асыш булһа, илдең баш ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙға музыкаль күстәнәс.
Мәскәү тамашасыһы Башҡортостандың милли симфоник оркестры менән күптәнге таныш һәм уның сығышын көтөп ала. Был юлы ла фестивалдә ҡатнашыусылар Өфө ҡунаҡтары сығышын юғары баһаланы.



