Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Республика халҡы һәм эшҡыуарҙары төҙөлөш материалдары, машиналар, ҡорамалдар һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары туплаған. Ылауҙа Луганск халыҡ республикаһындағы балалар йорттары өсөн ярҙам да бар. Колоннаны БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин оҙатып ҡалды.

Башҡортостан яугирҙары өсөн затлы бүләк. Төндә лә дошманды юҡ итергә мөмкинлек биргән махсус ҡоролмалар. Был ярҙамды Башҡортостан эшҡыуарҙар берлегенең ирекмәндәр штабы әҙерләгән.

Был ылау төҙөлөш материалдары, УАЗ автомобилдәренең төрлө моделдәренән, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, шәхси посылкалар һәм яугирҙарға яҙылған хаттарҙан тора.

Гуманитар ылау менән Луганск халыҡ республикаһының социаль учреждениеларына ярҙам оҙатыла. Эшҡыуар Ян Терновский балалар йорттары өсөн хужалыҡ ҡорамалдары әҙерләгән.

Автор башҡарыусы, Рәмил Баҙамшин яу ҡырында гитара ла автомат тигән фекерҙә. Яугирҙарҙың рухын күтәреү маҡсатында алғы һыҙыҡҡа ул йырлы сәләмдәрен ебәрә.

Башҡортостандан тупланған ярҙам тейәлгән фураларға 2 мең саҡрым юл үтергә кәрәк. Николай Мосейчук тәжрибәле водитель. Уның өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә тәүге сәфәр генә түгел.

Ялға ҡайтҡан «Фаза» ҡушаматлы яугир ылау менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Үҙе хеҙмәт иткән хәрби берәмеккә ул Башҡортостандан ярҙам илтә.

Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә иң әүҙем ярҙам күрһәтеүсе төбәктәр исемлегендә. Республика яугирҙарын яңғыҙ ҡалдырмай.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ