Башҡортостанда халыҡ кәсептәренә иғтибар арта

Сауҙа үҙәгендә урынлашҡан сувенирҙар магазинында ҡубыҙ моңо ишетелә. Һәр туристы бында йылмайып, кәрәк икән, милли музыка ҡоралында уйнап ҡаршы алалар. Ҡунаҡсыллыҡ һәм хөрмәт билдәһе. Волгоградтан Никита Голубев Волгоградтан Өфөгә эш буйынса килгән, аэропортҡа юлланыр алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһына бәйле иҫтәлекле тимер аҡса һатып алды.

Туристарҙы тирмә менән арбап була ла бит, тәү ҡарашҡа, бында сувенирҙар ассортименты ла бай... Бүрек, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, биҙәүестәр. Продукцияның күп өлөшө Башҡортостан оҫталары ярҙамында эшләнгән. Сит илдәрҙә етештерелеп, беҙҙең төбәк өсөн хас булмағандары ла етерлек.

Ә ҡайҙа һуң үҙебеҙҙең алтын ҡуллы оҫталар? Милли сувенир ғына һатылған сауҙа нөктәләре бармы?! «Ағиҙел» предприятиеһы башҡорт художество кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү йүнәлешендә алтмышынсы йыл эшләй. Ойошма ҡарамағында Өфөлә генә өс магазин. Һауыт-һаба, башҡорт матрешкаһы, картиналар - ҡунаҡханала урынлашҡаны тотош бер музейҙы хәтерләтә. Бында компания етештергән продукциянан тыш, республика оҫталарының эштәре лә һатыуға сығарылған.

Ә был, тәү сиратта, туристар ағымы артыуға бәйле. Йылдың тәүге дүрт айында ғына республикала 632 мең кеше ял иткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында өсөнсө урында. Туроператорҙар сәйәхәтселәргә ҡыҙыҡлы маршруттар тәҡдим итә.

Өфөнө генә алайыҡ, ике ҡатлы автобуста иҫтәлекле урындар менән танышырға мөмкин. Экскурсия барышында сувенир магазиндары янында туҡталыш яһала. Әйтәйек, Салауат Юлаев майҙаны эргәһендә ике тирмә урынлашҡан. Башҡорт оҫталарының ҡул эштәре барлыҡ ҡунаҡтарҙы ла хайран ҡалдыра.

Халыҡ кәсептәре өлгөләрен берәмләп һатыу ауырға төшә. Шуға «Ағиҙел» предприятиеһы етәкселеге республика оҫталары менән берләшеү йүнәлешендә эшләй.

Башҡортостан - оҫталар төбәге. Кәсепселек йүнәлешендә етештерелгән продукция күләме буйынса ул Волга буйы федераль округында өсөнсө урында. Бурыс - киләсәктә күрһәткесте тағы ла яҡшыртыу, был һөнәр эйәләренең абруйын күтәреү. Республикала яңы булдырылған Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы тигән маҡтаулы исем дә ошо маҡсатты күҙ уңында тота.

Республикала халыҡ кәсептәрен үҫтереү буйынса 2025 йылға тиклем саралар планы билдәләнгән. Былтыр кәсепселек менән шөғөлләнеүселәргә субсидиялар бүленә башланы. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары - 700 мең һумға тиклем, ә үҙмәшғүлдәр ярты миллион һумғаса ярҙам алыуға дәғүә итә. Былтыр ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 8 млн һум йүнәлтелгәйне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белорет районы оҫталары менән осрашып, сираттағы конкурста әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Быйыл субсидияларға бүленгән дөйөм сумма - 11 миллион һумға еткерелгән.

«Көршәк яһау ҡулсаһы», «Балсыҡ иҙеүсе», «тирмән», экструдер - Ауырғазы районындағы керамик әйберҙәр оҫтаханаһы тәүгеләрҙән булып республика ярҙамында яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Бында сувенирҙар яһауҙа 5 төр балсыҡ ҡулланыла. Уларҙың барыһы ла урындағы карьерҙан сығарыла. Скульптураларға материал әҙерләү, бик үк еңел түгел. Бының өсөн махсус ҡоролмалар талап ителгән.

Ҙур булмаған бинала етештереү цехы һәм музей урынлашҡан. Сувенирҙар фольклор стилендә эшләнә. Балсыҡтан яһалған үҙенсәлекле ҡул эштәрендә республика тарихы һәм мәҙәниәте сағылыш тапҡан. Оҫтахана ишеге һәр кем өсөн асыҡ. Балсыҡтың мөғжизәһен үҙ ҡулдары менән тойоп ҡарарға теләүселәргә сувенир яһап ҡарау мөмкинлеге лә бирелә. Ауырғазы районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров музейҙы «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһына индерергә тәҡдим итте.

Халыҡ художество кәсептәре өлкәһендәге субсидияны эшҡыуар Зөлфиә Сәғитова ла отҡайны. Ул берҙәм командаһы менән бергә бишенсе йыл күн әйберҙәр етештереү менән шөғөлләнә. Милли тематика менән байытылған продукция башлыса сайт, социаль селтәрҙәр һәм маркетплейстар аша һатыла.

Халыҡ кәсептәре креатив индустрия һәм иҡтисадтың мөһим бер өлөшөнә әйләнде. Был йүнәлеш төбәк брендын булдырыу һәм яңы төр продукция етештереүгә этәргес. Әйткәндәй, республиканан субсидия алыу өсөн мотлаҡ рәүештә эшҡыуар йә үҙмәшғүл булараҡ теркәлергә кәрәк.

Үҙ ҡулдары менән шедевр тыуҙырыусыларҙы ла бит эҙләп табырға кәрәк. Улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шул уҡ ваҡытта республикала оҫталарҙы әҙерләүсе махсус уҡыу йорттары ла бар. Өфөнөң художество-сәнәғәт колледжын ғына алайыҡ, бында ағас эшенә, ювелир сәнғәтенә өйрәнергә мөмкин. Һуңғы йүнәлеш студенттар өсөн айырыуса ҡатмарлы бирелә.

Миниатюр һынлы сәнғәт йүнәлешендә студенттар төрлө техникаларҙа һәм буяуҙар менән эшләргә өйрәнә. Ижади яҡтан һәләтлеләр тәүге курстан уҡ художество һәм мәҙәни ҡиммәте булған образдар тыуҙыра. Бында, тәү сиратта, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты белеү мөһим.

Уҡыу йортон тамамлаусылар араһында артабан үҙ оҫтаханаларын асыусылар ҙа бар. Шулай ҙа һабантуй булһынмы, башҡа мәҙәни фестивалме - халыҡ кәсептәре өлгөләре буйынса күргәҙмә-йәрминкәләр башлыса бер көнлөк сара сиктәрендә генә уҙғарыла. «Оҫталар ҡалаһы» проекты авторы Марина Малых Алабуғалағы кеүек кәсепселәрҙең ил кимәлендә ҙур байрамын - өс көнлөк фестиваль уҙғарыу яҡлы.

Республикаға туристарҙы йәлеп итеүҙә мөмкинлектәр ваҡыты етте. Эске туризм үҫешә. Шул уҡ ваҡытта конкурентлыҡ шарттарында дөрөҫ йүнәлештә эшләй белеү ҙә мөһим. Бөгөн Өфөлә өс туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләй. Бында килеп, республиканың хозур тәбиғәте, иҫтәлекле урындары, ҡыҙыҡлы маршруттар, ҡунаҡхана һәм туҡланыу объекттары тураһында белешмә алырға мөмкин. Үҙәктә башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға, башҡорт балын һәм самауыр сәйен тәмләп ҡарарға, сувенирҙар һатып алырға мөмкин.

Ошонда уҡ открытканы тултырып, почта йәшнигенә һалып, донъяның төрлө ҡитғаһына Башҡортостандан сәләм еткерергә була. Бына бит ул ҡайҙа креатив индустрия! Башҡорт оҫталарының ҡул эштәре тотош донъя буйлап тарала.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ