Башҡортостандан сираттағы гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә килеп етте

Хәрбиҙәр өсөн иң кәрәкле әйберҙәр: автомобилдәр, махсус кәрәк-яраҡтар, алғы һыҙыҡта блиндаждарҙы нығытыу өсөн төҙөлөш материалдары. Колоннаны БЮТ ижади төркөмө ҡаршы алды.

Сираттағы гуманитар конвой Донбасста. Ике тәүлек юл үтеп беҙҙең батальондарға һәм мобилизацияланыусыларға 100 тоннанан ашыу гуманитар йөк килеп етте.

Һалдаттар өсөн әйбер туплауҙа ябай кешеләр ҙә, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар әүҙемлек күрһәткән. Сираттағы колонна хәрбиҙәр заявкаһын иҫәпкә алып төҙөлгән.

Өс уазик, махсус ҡорамалдар, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, әүҙем наушниктар алып килдек. Иң мөһиме -хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындарынан посылкалар тапшырылды.

Тимерғәле Ураҙғолов, Башҡортостан эшҡыуарҙары ирекмәндәр штабы етәксеһе

Внедорожниктарҙан тыш, уларға запасчастәр ҙә килтерелгән. Алғы һыҙыҡта автомобилдәр йыш ҡына утҡа тотола һәм уларҙы тиҙ арала йөрөрлөк хәлгә килтерергә кәрәк. Ауыр коробкаларҙы бушатырға хәрбиҙәр үҙҙәре үк ярҙам итә.

Шәхсән Радий Хәбировҡа рәхмәтемде еткерәм. Хеҙмәт резервынан, Гастелло стадионынан беҙ уның менән танышбыҙ. Сираттағы конвой килеүенә айҙан кәмерәк ваҡыт үтте. Заказ бирһәң, әйберҙәрҙең, бөтәһен дә беҙгә тапшыралар. Адреслы посылкаларҙы беҙ старшиналарға, әулар иһә алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә шәхсән тапшыра.

«Модный» ҡушаматлы яугир

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командиры үтенесе буйынса, Донбассҡа гуманитар конвой менән төҙөлөш материалдары: 60 кубометр таҡта һәм бер-нисә тонна сетка-рабица килтерелгән. Улар хәрби йөк машиналарына тейәп шунда уҡ егеттәргә алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.

Гуманитар ярҙам өсөн оло рәхмәтемде еткерәм. Сетка-рабица блиндаж һәм окоптарҙы йәшереү өсөн кәрәк. Был материалдар бөтәһе лә алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Таҡтапар блиндаждарҙы нығытыуҙа ҡулланыла. Гуманитар ярҙам өсөн дә республика халҡына, эшҡыуарҙарға, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Радий Фәрит улына рәхмәтлебеҙ. Беҙ һеҙҙең менән, һеҙ беҙҙең менән. Беҙ дошманды еңәсәкбеҙ.

«Одесса» ҡушаматлы яугир
Выборы 2026

Гумконвой менән хәрбиҙәрҙән тыш, республиканан Донбассҡа эш командировкаһына килеүсе табибтарға ла гуманитар ярҙам ебәрелгән. Кәрәкле медикаменттар һәм ҡорамалдарҙан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренә эш транспорты булараҡ ҡулланыуға « Газель» автобусы килтерелгән.

«Известия» дауаханаһы ихтыяждары өсөн Башҡортостан эшҡыуарҙарынан «Газель» автобусы тапшырабыҙ. Мобиль техника эшегеҙҙә ярҙам итеп, хәрбиҙәрҙе тиҙерәк аяҡҡа баҫтырырға ярҙам булһын.

Евгений Мельников, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары

Радий Фәрит улына беҙгә ҙур иғтибар күрһәткәне өсөн рәхмәтемде еткерәм. Был Гахел ысынлап та, дауахана өсөн бик кәрәкле. Был транспорт ярҙамында беҙ төпкөлдәргә лә барып сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә аласаҡбыҙ.

Сергей Перепелица, Красный луч ҡалаһы «известия» дауаханаһы баш табибы

Яҡташтар менән орашыу шатлыҡлы, әммә ҡыҫҡа булды. Иҫтәлеккә фотоға төшөү менән табиптарҙы шунда уҡ яңы машинала беренсе вызовҡа саҡырҙылар.

Гүзәл Борханова, Азат Саҙрыев

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ