Өфөлә Евразия фән-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө дауам итә

Тәү сиратта эшселәр буласаҡ IQ-парк бинаһын төҙөкләндереү менән мәшғүл. Бинала стеналар күтәрелә, елләтеү һәм төтөнгә ҡаршы системалар ҡуйыла. Урында карст һыуҙары сығыу сәбәпле, нигеҙ нығытыла.

Майҙанда әле 300 төҙөүсе эшләй, эшсе көстәр тағы ла йәлеп ителәсәк. 36 мең квадрат метрға иҫәпләнгән IQ-Паркта баш ҡаланың алдынғы 3 юғары уҡыу йорто студенттары урынлаша. Кампус йәштәр өсөн ижад һәм фән майҙаны булыр, тип көтөлә. Уның төп өлөшө 2026 йылға файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Комплекста студенттар өсөн ятаҡ, лаборатория блогы, спорт һәм мәҙәниәт майҙансыҡтары буласаҡ.

Эш графикҡа ярашлы бара. Төҙөлөштө ноябрь аҙағына тамамларға ниәтләйбеҙ. Был кампус файҙаланыуға тапшырылғас, икенсе биналарҙа эш башлана. Әлеге ваҡытта белгестәр уларҙың проекттары өҫтөндә эшләй.

Рәил Мөхәмәтйәнов, «Кампус» ойошмаһы директоры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ