Өфөлә балалар өсөн уйынсыҡтар етештерәләр

Балалар үҙебеҙҙә етештерелгән уйынсыҡтар менән уйнарға тейеш. Өфөлә сентябрҙә ошо төр индустрия форумын уҙғарыу көтөлә. Радий Хәбиров был хаҡта «Китап - байрам»ды ябыу тантанаһында белдергәйне. Башҡортостанда уйынсыҡ етештереү ниндәй кимәлдә? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.

Ағас онтаҡтары оса, ә цех хеҙмәткәрҙәре Буратино әкиәтендәге Карло һымаҡ уйынсыҡтар оҫталай. Ағас киҫәгенә йыша торғас, ысынлап та йән ингәндәй була. Формаға һалып ҡырҡыу, шымартыу, станоктар ярҙамында башҡарылһа ла, барыһы ла ҡул эше.

Бында балалар мебеле, йомшаҡ модулдәр, мәғариф өлкәһендә профилле белгестәр өсөн ҡорамалдар, сенсор бүлмәләре өсөн ҡорамалдар эшләнә.

Еңел, тәбиғи һәм мобиль булырға тейеш. Ошо ҡағиҙәгә таянып эш ителә ойошмала. Крепановскийҙарҙың егерме йылдан ашыу элек асҡан ғаилә бизнесы үҫеп республиканан тыш ситтә лә билдәлелек алған. Заказдар Башҡортостандан ғына түгел, Мәскәү, Сахалин һәм башҡа яҡтарҙан да килә.

Тактиль уйынсыҡтарҙы мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм лагерҙар, китапханалар һатып ала. Производство ассортименты 3 меңдән ашыу , йылына 50 мең берәмек продукция сығарыла.

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге цехта 14 кеше эшләй. Илья Стиржов студент сағында килгән. Күптән түгел дизайнер лазер менән көйҙөрөп эшләү технологияһын үҙләштергән.

Уйынсыҡ баланың аң кимәле үҫешенә тәьҫир итә, уны етештереү уйын эш түгел, ти белгестәр.

Өфөлә етештерелгән сифатлы продукцияны интернет селтәрендә табырға була. Ойошма әле сентябрҙә Өфөлә уҙасаҡ форумға әҙерләнә. Баҙарҙы ситтән килгән уйынсыҡтар баҫҡан мәлдә үҙебеҙҙең рухтағы, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә аң-зиһенде үҫтереүсе уйынсыҡтарҙы етештереүҙе арттырыу ихтыяжы ҙур.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ