Башҡорт йәмәғәтселеге Хәким Мортазинды һуңғы юлға оҙатты

Башҡорт йәмәғәтселеге Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хәким Мортазинды һуңғы юлға оҙатты. Матәм сараһы артистың тыуған театры бинаһында үтте. Бында ул 25 йылдан ашыу хеҙмәт итеп, «Көнләш, Америка, көнләш!» спектаклендә - Ғәйфулла, «Ҡыҙ урлау»ҙа - Шәмсулла, «Буратина. Римейк»та - Карабас-Барабас һәм башҡа тиҫтәләгән комик һәм драматик ролдә уйнай.

Үҙен кино сәнғәтендә лә һынап өлгөрә. Ул «Рәхмәт», «Пилорама», «Ай ҡыҙы» фильм һәм сериалдарында төшкән. Актер менән хушлашырға коллегалары, башҡорт әҙәбиәте, эстрадаһы, телевидение һәм радио вәкилдәре килеп, уның тураһында яҡты хәтирәләре менән бүлеште.

Ижадсыны йәмәғәтселек мәрхәмәтле, өлгөлө ғаилә башлығы итеп тә белә. Артистың ҡатыны һәм 3 балаһы ҡалды. Хәким Мортазин иртәгә Ейәнсура районында тыуған ауылы Яныбайҙа ерләнәсәк. Сәхнә оҫтаһына 48 йәш ине.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ