Фатир һатып алыуҙа миллион ярым һумға тиклем сертификат

«Беренсе Трест» компаниялар төркөмө Өфөләр һәм уның ҡунаҡтары өсөн йомарт бүләк әҙерләгән. Был турала киләһе сюжетта.

«Беренсе Трест» киң итеп билдәләнгән Ҡала көнө фестивалендә генераль партнер булараҡ сығыш яһаны. Байрам майҙанында компаниялар төркөмө хеҙмәткәрҙәре ысын офис ойошторҙо

«Беренсе Трест» компаниялар төркөмө ҡаланы үҫтереү йүнәлешендә эшләй. Шуға күрә беҙ торлаҡ комплекстарыбыҙ тулы экосистемаға эйә булһын өсөн тырышабыҙ. Уларҙың уңайлығы торлаҡ хужалары талаптарына яуап бирергә тейеш.

Илдар Ғарипов «Беренсе Трест» компаниялар төркөмө генераль директоры

Байрам хөрмәтенә «Беренсе Трест» командаһы махсус тәҡдим әҙерләне. Ул «Урбаника», «Гранд энд Гранд», «Новатор» торлаҡ комплекстарында һәм «Консул» йортонан фатир һатып алғанда миллион ярым һумға тиклем сертификат биреүҙе күҙ уңында тота.

«Беренсе Трест»ты төҙөүселәрҙең Берҙәм ресурсы Башҡортостандың иң эре компанияһы булараҡ баһаланы. Был әлеге ваҡытта өс йөҙ меңдән ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөгән йөҙҙәрсә төҙөүсенең эш һөҙөмтәһе.

Илдар Ғарипов «Беренсе Трест» компаниялар төркөмө генераль директоры

«Беренсе Трест» компаниялар төркөмө объекттары төбәктә генә түгел, федераль кимәлдә лә танылыу алды. Ә клиенттар уны ышаныслы, проекттары ҡыҙыҡлы, ғәҙәти булмаған архитектураһы, технологияһы һәм төҙөлөштөң сифаты өсөн юғары баһалай. .

Бер йыл элек мин «Беренсе Трест» төҙөгән «Новатор» торлаҡ комплексынан фатир алдым. Клиенттарҙы ылыҡтырыусы, яҡшы репутациялы компания.

Нәркәс Исҡужина «Беренсе Трест» компаниялар төркөмө клиенты
Выборы 2026

«Беренсе Трест»ҡа юғары ышанысты Рәсәйҙең әйҙәүсе 20 банкына аккредитацияһы булыуы ла раҫлай. Бөгөн «Беренсе Трест» ҡаланың тарихи һәм географик үҙәгендә 4 торлаҡ комплексы төҙөй. Уңайлы, сағыу яңы төҙөлөштәр республика баш ҡалаһының заманса тарихының бер өлөшө буласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ