Башҡортостан шахматсылары Грузияла үткән донъя йәштәр чемпионатында уңыш ҡаҙанды

18 йәшкә тиклемге спортсылар араһында Урал Хәсәнов беренсе урын яуланы. Ләйлә ТабермАкова 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Яҡташыбыҙ икенсе урынға сыҡҡан Рәсәй спортсыһы Виктория Харитонованан өҫтәмә күрһәткестәр буйынса ғына ҡалышты.

Табермакова шулай уҡ рапид буйынса турнирҙа чемпионаттың топ-10 исемлегенә инде,блицта 4-се, композициялар сиселешендә 3-сө урын яуланы. Һөҙөмтәлә Табермакова халыҡ-ара рейтнгта бер юлы 80 пунктҡа күтәрелә алды. Башҡорт шахматсылары шахмат буйынса донъя йәштәр чемпионатында тәүгә ошондай юғары һөҙөмтә күрһәтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ