Республика Статистика идаралығында хеҙмәт баҙарындағы төп күрһәткестәр менән таныштырҙылар. Белгестәр Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса тикшереү үткәргән. Уға ярашлы, февраль-апрелдә эшһеҙлек күрһәткесе 2,3 процент булған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөнгә 14 мең 600-ҙән ашыу кеше рәсми эшһеҙ булараҡ теркәлгән. Был һан ғинуарға ҡарата 1 меңгә кәмегән.







