4 ай эсендә 500-ҙән ашыу кеше вирус йоҡторған. Улар араһында балалар ҙа бар. Ваҡытында сығарылмаған ҡалдыҡтар, рөхсәтһеҙ сүплектәр сысҡандарҙың үрсеүенә килтерә. “Геморрагик биҙгәктән вакцина юҡ. Ауырыу менән уңышлы көрәшеү өсөн ике генә ысул бар. Береһе – шәхси гигиена, икенсеһе – санитар саралар”, - ти табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина.
Геморрагик биҙгәк ауырыуы Благовещен, Өфө, Йәрмәкәй, Мишкә, Дәүләкән райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында йышыраҡ теркәлә. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда сысҡандарҙың 10 процентҡа яҡыны вирус йөрөтә.







