Аҡъяр-Сибай автомобиль юлын ремонтлау өсөн талап ителгән мөһим объект. Баймаҡта яңы асфальт-бетон заводы төҙөлә. Ул сәғәтенә 160 тонна юл төҙөлөшө материалы сығарыу ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Урал аръяғы райондарында транспорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн мөһим завод мөмкинлектәре хаҡында киләһе сюжетта.
Быйыл яҙ Баймаҡ-Семеновск ауылы юлында яңы төҙөлөш майҙансығы барлыҡҡа килде. Ошо көндәрҙә иһә бында асфальт-бетон заводын монтажлау эше башланды.
Буласаҡ заводта яңы ҡорамалдар тəбиғи газ ярҙамында эшлəйәсәк. Шуға ла биләмәгә тәү сиратта электрэнергия менән зәңгәр яғыулыҡ селтәре һалына. Етештереү ихтыяждары өсөн һыу ҙа үткәрелә.
Заманса асфальт бетон заводы тиҙҙән сафҡа индереләсәк. Ул сәғәтенә 160 тонна асфальт етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Завод Баймаҡ районын ғына түгел, ә көньяҡ-көнсығыш төбәктең бар райондарын сифатлы юл-төҙөлөш материалы менән тәьмин итәсәк. Сәнәғәт производствоһы тулыһынса автоматлаштырыласаҡ. Был иһә үҙ йәһәтендә хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡ, хәүефһеҙлек талаптарына тура киләсәк.
Әлфиә Хәмитова






