Башҡортостанда 62 меңгә яҡын кеше «Сәләмәтлек поездары»нда һаулығын тикшерткән

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, халыҡта юғары ҡан баҫымы, шәкәр, холестерин һәм артыҡ ауырлыҡ йышыраҡ асыҡлана. Табиптар ауыр сир булған кешеләргә артабан медицина тикшеренеүе үтеү һәм дауаланыу өсөн йүнәлтмәләр бирә. «Сәләмәтлек поездары» алты маршрут буйынса йөрөй. Күсмә модулдәр ошо көндәрҙә Бөрйән, Мәсетле, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы һәм Стәрлебаш райондары ауылдарында халыҡты ҡабул итә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ