«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яңы ҡорал өлгөләрен уңышлы үҙләштерә

Һамар өлкәһендәге полигонда ойошторолған хәрби күнекмәләрҙе илдең оборона министрлығы тикшерә. Генерал-полковник Юнысбәк Евкуров ялан шарттарындағы уҡыуҙар барышы менән танышты. Хәрби әҙерлек яланында БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов булып ҡайтты.

Хәрби әҙерлек ығы-зығыны үҙһенмәй. Бигерәк тә атыштың полигонда хәрби патрондар менән барған ваҡытында. Яугирҙарҙың күбеһе утлы ҡоралдар менән беренсе тапҡыр ғына эш итмәй. Әммә кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәттә йәки ҡыҙыу нөктәләрҙә тупланған тәжрибә ваҡыт үтеү менән онотола. Өҫтәүенә, заманса ҡорал өлгөләре даими камиллашып тора.

Атыуҙан тыш, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының тактик әҙерлеге лә бара: йәшерен хәрәкәт итергә, радиостанция менән файҙаланырға, мина эҙләргә һәм башҡа күнекмәләр. Йәрәхәт алыусыларға тиҙ ярҙам күрһәтеү курсы ла мотлаҡ һанала. Әйткәндәй, полк составында Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы ла бар. Уға табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм стоматологтар ингән. Хәрбиҙәр һорауы буйынса теш табибтары ошо көндәрҙә генә эшкә тотонған.

Һамар өлкәһендәге полигонға Рәсәйҙең Оборона министры урынбаҫары Юнысбәк Евкуров килде. Офицерҙар уға алғы һыҙыҡта кәрәкле күнекмәләрҙе өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бирелеүе тураһында хәбәр итте. Генерал-полковник «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби әҙерлек үтеү шарттарын да тикшерҙе, яугирҙарҙың кәйефе менән ҡыҙыҡһынды.

Окоп ҡаҙыу, ағыулы матдәләрҙән, радиактив һәм биологик сараларҙан һаҡланыу, квадрокоптер менән идара итергә өйрәнеү ҙә хәрби әҙерлектең айырылғыһыҙ өлөшө. Яҡташтарыбыҙҙың барыһы ла бер маҡсат өсөн бергә һәм берҙәм эш итә.

Ир-аттар хәрби әҙерлек сағыуыраҡ булһын өсөн сәскәләр ҙә ултыртҡан. Төрлө төҫтәге петуньялар хәҙер казарма алдын биҙәй. Был эште «Ассы» ҡушаматлы старшина үҙ башланғысы менән ойошторған.

Офицерҙар билдәләүенсә, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының мотивация кимәле юғары. Ир-аттарҙың күбеһе бөгөндән үк махсус хәрби операция биләмәһенә барырға әҙер, сөнки улар Ватанды, ғаиләләрен яҡлау өсөн яуаплылыҡ дәрәжәһен яҡшы аңлай.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ