Был йәмәғәт транспорты оҙон юл йөрөүгә тәғәйенләнгән һәм улар тап ҡала-ара рейстарға сығасаҡ. Бынан тыш, улар республиканың туризм өлкәһендәге программаларын тәьмин итеүҙә лә ҡулланыласаҡ. Теманы Айнур Кәбиров дауам итә.
Шамил Хужин хәҙер инде ҡырҡ йыл руль әйләндерә. Шул иҫәптән 27 йылын йәмәғәт транспорты йөрөткән. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәгә яҡын автобус алмаштырҙым, ти ул. Ә ул йөрөгән юлдарҙы бергә ҡушһаң Ер шарын бер нисә ҡабат әйләнеп сығырлыҡ.
Оҙон юл йөрөү хәҙер тағы ла еңеләйә, ти водитель. Бынан ары ул «Ютонг» маркалы Ҡытай автобусында елдерәсәк. Туристар өсөн тәғәйенләнгән йәмәғәт транспортында руль артындағылар, пассажирҙар өсөн дә бар уңайлыҡтар ҡаралған.
Оҙон юлға йөрөүсе автобустар ала башлау ҡала эсендәге маршруттар менән хәл көйләнеүенә ишара. Ни тиһәң дә, предприятие һуңғы дүрт йыл эсендә генә 1050 төрлө класлы йәмәғәт транспорты алған.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, автобустарҙы республиканың туризм өлкәһендәге программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн файҙаланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға килгән ҡунаҡтарҙы ла республикаға әйҙәп торасаҡ.
Предприятие әленән үк турист маршруттары хәстәрләй башлаған. Яҡын арала тап ошо автобустар ҡара диңгеҙ буйына йөрөй башлауы ла ихтимал.
Предприятиеның ҙур автобустары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йөрөтөүҙә лә ҡулланыла. Радий Хәбиров был маршрут буйынса йыш йөрөүсе водителдәрҙе рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Ҡаһарман йөрәкле, һөнәренә тоғро ҡалыусы водителдәр булғанда транспорт реформаһы маҡсатына ирешәсәк, тине төбәк башлығы.
Айнур Кәбиров




