Башҡортостан делегацияһы Халыҡ-ара Санкт-Петербург иҡтисади форумында нефть эшкәртеү һәм газ-мотор яғыулығы өлкәһендә яңы килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға иҫәп тота. Уларҙың дөйөм күләме 12 миллиард һум кимәлендә баһалана. Килешеүҙәр яңы етештереү линиялары һәм эш урындары асыуға йүнәлтелгән. Бөгөн төньяҡ баш ҡалала сираттағы халыҡ-ара иҡтисади форум эш башланы. Уның барышын БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким күҙәтә.
Төньяҡ баш ҡалала Петербург иҡтисади форумы асылды. Форум бизнес һәм власть араһында диалог ойоштороп хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөү өсөн Рәсәйҙә төп майҙансыҡтарҙың береһе булып тора. Башҡортостан сара сиктәрендә 100 миллиард һумға иҫәпләнгән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Төбәктең иҡтисади потенциалын күрһәтеү өсөн йөкмәткеле стенд ойошторолдо. 390 квадрат метр тәшкил иткән сағыу һәм үҙенсәлекле стендта «Берлога» милли киберплатформаһы презентацияһы урынлашты. Мәғариф проекты айыуҙар һәм бал ҡорттары ҡатнашлығындағы кибер-умарта уйыны аша балаларҙы һәм өлкәндәрҙе айти, инженеринг тармаҡтарына йәлеп итеп, белем тупларға, заманса уйын менән яңы һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә.
Күмертау авиация сәнәғәт предприятиеһында етештерелгән БАС -200 пилотһыҙ осоу аппараты - алдынғы проекттарҙың береһе. Төбәктә етештерелгән вертолет - уникаль Пилотһыҙ ҡоролма, ул еңел хеҙмәтләндерелә, осоп китеү өсөн махсус майҙансыҡ талап итмәй һәм иң мөһиме - ҡатмарлы шарттарҙа пилоттарҙың ғүмеренә хәүеф янамай -һауа транспорты дистанцион рәүештә идара ителә. Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан стенды сәнәғәт, төҙөлөш, алдынғы технологиялар менән иғтибарҙы йәлеп иткән бүлектәрҙең береһе.
Башҡортостан Эшлекле һөйләшеүҙәр бүлмәһе илһөйәрлек һәм тарих стилендә ҡоролған. Бүлмәнең үҙәгендә Миңлеғәле шайморатов һәйкәләнең миниатюраһы күрһәтелгән, ә ҙур экранда совет майҙаны инсталляцияһы тергеҙелгән.
Башҡортостан рәсми делегацияһын республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкләй һәм иртәгә, форумдың икенсе көнөндә хеҙмәттәшлек килешеүҙәре һәм күләмле презентациялар күҙаллана. Шулай уҡ Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу ҙа форумдың алдағы көндәрендә көтөлә.
Флорида Ким



