Халыҡ-ара донор көнөндә кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн сираттағы акция ойошторолдо. Ирекмәндәр, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм республиканың тиҫтәләрсә ойошмаларынан килгән донорҙар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Иртә менән республика ҡан тапшырыу станцияһына килеүселәрҙе ирекмәндәр отряды тәбрикләй. Донорҙар араһында Эльвира Һөйөндөкова ла бар. Ул был аҙымды атаһы өлгөһөнә эйәреп яһай.
Халыҡ-ара донорҙар көнөндә ҡан тапшырыусыларҙың тәүәкәллеген йәштәргә үрнәк итеп ҡуйырға мөмкин. Донорлыҡ юлын һайлаусылар автоһәләкәт, янғындар һәм башҡа фажиғәләрҙе көтөп йәшәргә түгел, ә кешеләргә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торорға кәрәк тигән фекерҙә.
Республика ҡан ҡойоу станцияһында Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева етәкселегендә 20 кешенән торған төркөм ҡан тапшырҙы. Донорлыҡ хәрәкәтендә һаулығы булған кешеләр ҡатнаша ала. Акцияға әүҙем ҡушылыусылар араһында илле тапҡырҙан ашыу ҡан тапшырыусылар бар. Кеше ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда ярҙам ҡулы һуҙыусыларға Рәсәйҙең Почетлы доноры тигән маҡтаулы билдәләр тапшырылды.
Башҡортостандың ҡан тапшырыу хеҙмәте Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә. Социаль акцияны киңәйтеү маҡсатында Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында ла әүҙем эш алып барыла.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, бер донор йылына өс кеше ғүмерен ҡотҡара. Бөгөн халыҡ-ара донорҙар көнөндә республика ҡан тапшырыу станцияһында 300 ашыу кеше ҡан һәм уның компоненттарын тапшырҙы. Башҡортостандан 137 кешегә Рәсәйҙең Почетлы доноры тигән маҡтаулы билдә тапшырылды.
Гүзәл Борханова






