Башҡортостандың һайлау комиссиялары Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерләнә

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 20-се һайлау участкаһы Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында урынлашҡан. Бөгөн кампанияны ойоштороуҙа ҡатнашыусылар тәүге йыйылыш уҙғарҙы. Унда комиссия рәйесе урынбаҫары һәм сәркәтибе һайланды. Комиссия составында һигеҙ сәйәси партия вәкиле иҫәпләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 10 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ.

Беҙ әле комиссия ағзаларына өҫтәмә уҡытыу ойошторабыҙ. Артабан бинаны Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерләү буйынса эштәр ҡаралған.

Юлия Анянова, 20-се һайлау участкаһының комиссия рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ