Сағыу портреттар һәм пейзаждар, эштәрендә дин мотивтары. Өфөлә асылған билдәле рус рәссамы, яҙыусы, философ Святослав Рерих күргәҙмәһенә 30-ҙан ашыу картина күсермәләре ингән.
Святослав Рерих ижади ғаиләлә тыуып, сәнғәт нигеҙҙәрен бала саҡтан уҡ өйрәнә. Академик белемде сит илдә ала. Уҡыуын тамамлағас, 1931 йылда Һиндостанға йәшәргә күсә. Ғүмеренең күп өлөшөн был илдә үткәреү сәбәпле, Һиндостан мәҙәниәте рәссам эштәренә йоғонто яһамай ҡалмай. Урындағы халыҡ портреттары, дини мотивтар менән үрелгән әҫәрҙәр, пейзаждар менән «Башҡортостан рустар соборы» ойошмаһының «Возрождение» залында танышырға була. Күргәҙмә июнь аҙағына тиклем эшләйәсәк.



