Президент Владимир Путин Хөкүмәткә ошондай йөкләмә бирҙе. Үҙәктәрҙе илдең 12 субъектында, шул иҫәптән Башҡортостанда урынлаштырыу ҡарала. Дәүләт башлығы илдә етештерелгән пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланасаҡ операторҙарҙы формалаштырыу шарттарын булдырырға кәрәклеген билдәләне. Властар пилотһыҙ аппараттар етештереү өсөн инвесторҙарға ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Киләсәктә был тармаҡҡа инвестициялар күләме 1 триллион һум тәшкил итәсәк.






